Үҙен белгәндән алып Әбйәлил егете Азат Атанғолов гармун моңона ғашиҡ. Шуға ла алты йәшенән был музыка ҡоралында уйнауына һис ғәжәпләнәһе түгел. Өҫтәүенә әрме сафында хеҙмәт иткәндә уға Рәсәйҙең беренсе гармунсыһын, ул саҡта “Уйна, яратҡан гармун!” тапшырыуын алып барыусы Геннадий Заволокинды үҙ күҙҙәре менән күрергә насип булған. 90-сы йылдарҙа билдәле артист үҙенең телевизион төркөмө менән Амур өлкәһенең Тында ҡалаһына килгән икән. Ә Азат шунда хәрби оркестрҙа хеҙмәт иткән. Ошо тапшырыуҙа ҡатнашыу бәхете тәтей егеткә. Хәҙер Әбйәлил районының Асҡар музыка мәктәбе уҡытыусыһы Азат Ханнан улы Атанғолов Рәсәй гармунсыларының “Алтын унау” исемлегенә индерелгән. – 2012 йылда Әбйәлилгә күрше Магнитогорск ҡалаһында ошо тапшырыу төшөрөлгән ваҡытта Геннадий Заволокиндың эшен дауам иткән ҡыҙы Анастасия менән улы Захар, сығышымды оҡшатып, Новосибирскиҙа үтәсәк фестивалгә саҡырҙы. Әсәйем, билдәле сәсәниә Хәнифә Әбүбәкирова бала сағымда алып биргән, ваҡыт үтеү менән иҫкергән гармун менән артыҡ уңышҡ