Найти тему
Башҡортостан гәзите

Эпопея тамамланды

Биләмәләр үҫеше фондының Күҙәтеү советы Башҡортостандағы һуңғы проблемалы объекттар буйынса ҡарарҙар сығарған. Һөҙөмтәлә “Милов паркы” торлаҡ комплексының 3-сө, 8-се һәм 9-сы кварталдарынан 186 алданған өлөшсөгә аҡсалата түләүҙәр биреләсәк. Бының өсөн 367 миллион һум күләмендә аҡса бүленгән. Был сумманың 60 миллион һумы – республиканың милек иғәнәһе иҫәбенә. – Был ҡарар менән Башҡортостандағы алданған өлөшсөләр эпопеяһы тамамлана. Берҙәм проблемалы объекттар реестрына индерелгән проблемалы йорттар буйынса барлыҡ ҡарарҙар ҡабул ителде. Һуңғы биш йылда 10 меңдән ашыу кешенең торлаҡҡа хоҡуғы тергеҙелде, элек проблемалы тип һаналған 79 йорт төҙөлдө, дүрт мең тирәһе кеше 10 миллиард һум тирәһе түләүҙәр алды. Яҡын арала һуңғы ҡарарҙар сығарылған ғаиләләр ҙә түләүҙәрҙе ала башлаясаҡ, - тип белдерҙе республиканың төҙөлөш һәм архитектура министрының беренсе урынбаҫары Артем Ковшов. Алданған өлөшсөләрҙең үҙ торлағына эйә булыуы – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарының береһе. Фото, сығанаҡ: building.bashkortostan.ru