“Бөгөн православныйҙар Раштыуа байрамын билдәләй. Илдәге иң билдәле һәм яҡты байрамдарҙың береһе ул, - тиелә ҡотлауҙа. – Барлыҡ үҙгәрештәргә ҡарамай, ваҡыт иң мөһименә ҡағылманы – Раштыуа элеккесә үҙенең төп мәғәнәһен юғалтмаған һәм Иисус Христостың ер донъяһына кеше гөнаһтарының кисерелеүе – барлыҡ кешелеккә ожмахҡа юлды асыу һәм йәндәрҙе ҡотҡарыу өсөн килеүе тураһында иҫкәртә. Раштыуа байрамы – хәйриә һәм мәрхәмәтлелек, ярҙамыбыҙға һәм хәстәрлегебеҙгә мохтаждарҙың ысын иғтибары ваҡыты ла. Изге патриарх Алексий II был осор тураһында: “Христос Раштыуаһын билдәләйбеҙ, сөнки ул бер килгәс, кешеләргә тыныслыҡ һәм шатлыҡ килтерә!” – тип әйтте. Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙгә йөрәгегеҙҙә Раштыуа йылылығын тотош йыл буйына һаҡланыуыун теләйем. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға сәләмәтлек! Байрам менән!” Фото, сығанаҡ: vk.com/agnazarov