Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тыуған көнөң менән, хеҙмәттәш!

Бөгөн хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ Гөлсирә СӘХИЕВА тыуған көнөн билдәләй! Гөлсирә Оморҙаҡ ҡыҙы йәмле Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында тыуып үҫкән. Гөлсирә Сәхиева "Башҡортостан" республика гәзитендә оҙаҡ йылдар эшләй, редакцияның матбуғатты таратыу һәм реклама бүлеге мөдире вазифаһын башҡара. Ошо бүлектә эшләгәндәр төрлө йәштәгеләр менән еңел уртаҡ тел таба белергә тейеш, ысынында, Гөлсирәлә ошо шәп сифаттар ярылып ята. Хеҙмәттәшебеҙ бурысына бик яуаплы ҡарай, иң мөһиме, һөнәрен ярата. Республикабыҙҙа ул аяҡ баҫмаған бер генә район да ҡалмағандыр. Гәзитебеҙҙең тиражы ҙур һәм беҙгә рекламаны йыш бирәләр икән, быларҙың барыһы ла уның тырышлығына бәйле. Шуныһы, хеҙмәттәшебеҙҙе коллективта ныҡ хөрмәт итәләр, ғөмүмән, уның абруйы ситтә лә бик юғары. Гөлсирә ханым уңған ҡатын, иренең кәңәшсеһе лә, терәк-таянысы ла, улы һәм ҡыҙы өсөн өҙөлөп торған әсәй. Гөлсирә Сәхиеваны күркәм байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ғаилә бәхете, тыныс тормош һәм ҡоростай һаулыҡ теләйбеҙ! Тормош шишмәләре сылтырап аҡһын Мәңге-мәңге һыуы кипмәһен. Яныбыҙҙа һин булғанда ғына, Табып була оло бәхетте Иң изге теләктәр менән, "Башҡортостан" гәзите.