Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Быйма кейеп хоккей уйнанылар

Балаларҙың һәм өлкәндәрҙең ялын файҙалы итеп үткәреүгә даими иғтибар бүлгән, һәммәһен дә сәләмәт тормош алып барыуға әйҙәгән дәүләкәндәр тарафынан районда әленән-әле төрлө ҡыҙыҡлы спорт уйындары ойошторола. Мәҫәлән, күптән түгел Дәүләкән районының Ғаилә, балалар һәм йәштәргә булышлыҡ итеү үҙәге белгестәре быйма кейеп хоккей уйнау буйынса иптәштәрсә матч үткәрҙе. Бының өсөн балалар ике төркөмгә - “Салауат Юлаев 2” һәм “Хоккей батшалары” командаларына бүленде. Артабан ярыш тәртибе менән ентекләп таныштырҙылар. Матч көсөргәнешле генә барҙы. Һәр бәйге еңеүсеһеҙ булмай: был матчта 3:1 иҫәбе менән “Салауат Юлаев 2” командаһы беренселекте яуланы. Быйма кейеп хоккей уйнаусылар өсөн был сарала ҡатнашыу еңеүгә ҡарағанда мөһимерәк ине, шуға майҙанда ла үҙҙәрен үҙҙәрен бик иркен тотто. Иҫ киткес матур аралашыу, саф һауала рәхәтләнеп, кинәнеп уйнау, дуҫлыҡ мөхите, күңелле ял – бында ҡатнашҡан һәр кемдең йөҙөнә сыҡҡайны. Һөҙөмтәлә йәш быуын вәкилдәре сәләмәт тормош алып барыуҙың, спорттың һәр кем

Балаларҙың һәм өлкәндәрҙең ялын файҙалы итеп үткәреүгә даими иғтибар бүлгән, һәммәһен дә сәләмәт тормош алып барыуға әйҙәгән дәүләкәндәр тарафынан районда әленән-әле төрлө ҡыҙыҡлы спорт уйындары ойошторола. Мәҫәлән, күптән түгел Дәүләкән районының Ғаилә, балалар һәм йәштәргә булышлыҡ итеү үҙәге белгестәре быйма кейеп хоккей уйнау буйынса иптәштәрсә матч үткәрҙе. Бының өсөн балалар ике төркөмгә - “Салауат Юлаев 2” һәм “Хоккей батшалары” командаларына бүленде. Артабан ярыш тәртибе менән ентекләп таныштырҙылар. Матч көсөргәнешле генә барҙы. Һәр бәйге еңеүсеһеҙ булмай: был матчта 3:1 иҫәбе менән “Салауат Юлаев 2” командаһы беренселекте яуланы. Быйма кейеп хоккей уйнаусылар өсөн был сарала ҡатнашыу еңеүгә ҡарағанда мөһимерәк ине, шуға майҙанда ла үҙҙәрен үҙҙәрен бик иркен тотто. Иҫ киткес матур аралашыу, саф һауала рәхәтләнеп, кинәнеп уйнау, дуҫлыҡ мөхите, күңелле ял – бында ҡатнашҡан һәр кемдең йөҙөнә сыҡҡайны. Һөҙөмтәлә йәш быуын вәкилдәре сәләмәт тормош алып барыуҙың, спорттың һәр кем өсөн мөһим икәнлеген тағы бер тапҡыр аңланы. Шулай итеп, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” (национальный проект "Демография") милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты бурыстары ла тормошҡа ашырылды. Фото: vk.com/davlekanovskii_adm