Найти тему
Башҡортостан гәзите

Раштыуа байрамы менән!

“Бөйөк православие байрамы тормошобоҙҙо һөйөү нуры менән яҡтырта, изге эштәргә этәрә, йөрәгебеҙҙә ғәҙеллек тантана итеренә булған ышанысты арттыра, өмөт бүләк итә, – тип яҙҙы Радий Фәрит улы. – Яҡты Раштыуа байрамында туғандар һәм яҡындар менән аралашыуына ҡыуанабыҙ, тормошобоҙҙа барыһы ла яҡшы булһын һәм иң изге теләктәребеҙ мотлаҡ тормошҡа ашһын тип доға ҡылабыҙ. Был ябай булмаған ваҡытта барыбыҙға ла кәрәк”. Ҡотлауҙа Рус православие сиркәүенең Башҡортостандағы митрополия эшмәкәрлегенең кешеләргә рухи хеҙмәткә йүнәлтеүе, уларға мөһим рухи ярҙам күрһәтеүе, мөхәббәт, дуҫлыҡ, ғаилә, илһөйәрлек кеүек мәңгелек ҡиммәттәрҙең төп рухи нигеҙ икәнлеге билдәләнә. Фото, сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/173816.html