Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Сәләмәтлек поездары” юлға сыҡты

Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә. Йыл һайын үткәрелгән сараны Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе менән берлектә ойоштора. Маршруттар хатта төпкөл райондар халҡы ла медицина ярҙамын, шул иҫәптән тар белгестәрҙән, алһын өсөн уңайлы итеп ойошторолған. Күсмә медицина комплекстары составында флюорографтар, һанлы маммографтар, сәләмәтлек үҙәктәре, фельдшер-акушерлыҡ пункттары бар. Ҡан һәм биохимик анализдар алына. Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре күпләп теркәлгән райондарға өҫтәмә рәүештә республика кардиология үҙәгенең мобиль медицина комплекстары ебәрелә. Акция 2019 йылдан бара, быйыл бишенсе тапҡыр үткәрелә. Ошо ваҡыт эсендә унда бихисап кеше һаулығын тикшерткән. Статистика күрһәтеүенсә, халыҡ тәү сиратта тар белгестәр ярҙамына мохтаж, сөнки ниндәйҙер етди сир барлыҡҡа килгәндә, нәҡ улар, диагноз ҡуйып, пациентты артабан тикшерелеүгә йәки дауаланыуға, хатта әмәлиәт эшләтеүгә ебәрә. Һөҙөмтәлә бындай саралар күп осраҡта пациенттың ғүмерен һаҡлап алып ҡала. Ҡабул итеү мәлендә пациенттар башлыса анализ тапшыра, йөрәген ҡарата (ЭКГ), флюорография, маммография, ультра-тауышлы тикшереү үтә. Иң мөһиме – бындай сараларға табиптар күберәк халыҡты йәлеп итергә тырыша, һәм аҙаҡҡы пациентты тикшермәйенсә эш тамамланмай. 6 ғинуарҙа “Сәләмәтлек поезы” Балтас районына килде. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, медицина хеҙмәткәрҙәре бер көндә 100-ҙән ашыу пациентты ҡараған. Уларҙың күбеһе оториноларингологта тикшереү үткән. Ҡалғандары пульмонолог, кардиолог һәм ревматологтан кәңәш алған. Тағы алты белгес – уролог, оториноларинголог, ортопед, невролог, хирург, аллерголог Стәрлетамаҡ балалар дауаханаһына юлланған. Шулай итеп, байрам көндәрендә Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы “Сәләмәтлек поездары” юлға сыҡты. Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (национальный проект “Здравохранение”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.