Башҡортостандың Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы “Толпар Миәкә” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән дөйөм майҙаны 1548 гектар булған ер участкаһын ҡуртымға алыу тураһындағы килешеү төҙөнө. Һөҙөмтәлә Миәкә һәм Стәрлебаш райондарында “Башҡортостан Республикаһында импортты алмаштырыу программаһы сиктәрендә иген культураларын һәм көнбағышты үҫтереүҙе ойоштороу” проекты тормошҡа ашырыласаҡ. - Аукционһыҙ ер участкаларын биреүҙең ябайлаштырылған процедураһы төбәк иҡтисадын үҫтереүҙең төп йүнәлештәренең береһенә әйләнде һәм күп кенә эшҡыуарҙарҙың, инвесторҙарҙың иғтибарын йәлеп итте, - тип белдерҙе Башҡортостандың ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская. “Толпар Миәкә” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, нигеҙҙә, иген культураларының һәм көнбағыштың элиталы орлоҡтарын етештереү менән шөғөлләнә. – 2023 йылда Башҡортостанда ауыл хужалығы культураларын элиталы сәсеү 13 процент тәшкил итте. Был – яҡшы күрһәткес. 2022 йыл менән сағыштырғанда, юғарыраҡ, - тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - Әммә беҙ 15 проценттан кәм булмаған күрһәткескә тырышабыҙ. Шуға элиталы орлоҡтарҙы етештереүҙе киңәйтеүҙе планлаштырған хужалыҡтарға ярҙам итергә кәрәк. Проект социаль йүнәлешле һәм айырым социаль мәсьәләләр хәл ителәсәк. Мәҫәлән, туғыҙ эш урыны барлыҡҡа киләсәк, бюджеттың төрлө кимәлдәге һалым иҫәпләмәләре артасаҡ. Инвестициялар күләме 117,83 миллион һум тәшкил итә. Фото, сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/22686/