Башҡортостанда пластик шешәләрҙән эшләнгән шыршы ҡуйылған. Туймазыла "Экология" милли проекты сиктәрендә икенсел эшкәртеүгә ебәрелгән материалдарҙан эшләнгән шыршы фотоһы үҙенә күрә бер символға әйләнде. Шыршыны “Экология Т” төбәк операторы эшләгән. Файҙаланылған йәшел шешәләр ентекле таҙартыған. Ә яҙын уларҙы ҡайтанан эшкәртеүгә ебәрәсәктәр. Шыршыны ҡороу өсөн 1120 берәмек пластик шешә файҙаланылған Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан алынды.