Ошо уҡ осорҙа республиканың ауыл хужалығы тармағында эшләүселәр «Агростратап», «Ғаилә фермаһы», «Ауыл хужалығы кооперативтарының матди-техник базаһын үҫтереү» һәм «Агротуризм» кеүек грант программаларында ҡатнашыу буйынса 57 бизнес-план төҙөгән. Был проекттар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Бынан тыш, төбәктә ауыл хужалығы һәм ҡулланыусылар хеҙмәттәшлеге өлкәһе лә үҫешә: һуңғы йыл эсендә ул бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың 2209 яңы ағзаһы, шулай уҡ шәхси ярҙамсы хужалыҡтары булғандар менән тулыландырылған. Һөҙөмтәлә "Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты тиҙләтеү" төбәк проекты сиктәрендә билдәләнгән план егерме процентҡа арттырып үтәлгән. "Ауыл хужалығы һәм ҡулланыусылар хеҙмәттәшлеге өлкәһендә ҙур эш атҡарылды. Булдырылған ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары һаны б
Башҡортостанда 8 меңгә яҡын ауыл хужалығы эшсәне оҫталыҡ дәресе алған
6 января 20246 янв 2024
1 мин