Ишбикә апай сығышы менән Хәйбулла районы, Суҡраҡ ауылынан. Бәләкәй генә сагынан үкһеҙ етем ҡалып (башта әсәһе, аҙағыраҡ атаһы мәрхүм була) Әбделкәрим балалар йортонда тәрбиәләнә. — Ярай әле өләсәйем булды, — ти ул аяныслы балалыҡ йылдарын хәтерләп. — Ул мине әҙәп-тәртипкә, динебеҙҙе яратырға өйрәтте, һөйөклө бала — көйөклө, тип һөйә торғайны мәрхүмә өләсәйем. — Ата-әсәң күреп туймаҫтай булып ярата, иркәләтә торғайны, тип хәтерләй торғайны. Яғымлы, итәғәтле, ысын мөслимә Ишбикә апай менән һүҙҙәребеҙ килешеп, байтаҡ серләштек. Аҙаҡ ул алдыма ҙур бер фотоальбом килтереп һалды. — Минең бөтә тормошом ошонда сағыла, — тине. Тәүге биттән миңә иҫ киткес сибәр ҡыҙ йылмайып ҡарай. Нур сәсеп торған ҙур ҡара күҙҙәр, һыҙылып киткән ҡыйғас ҡара ҡаш, ап-аҡ түңәрәк йөҙ, ынйылай теҙелеп киткән тештәр, ике ҡалын толом үреп төшөрөлгән, ҡупшы буй-һын. — Һинме был, Ишбикә апай? — тим, әле лә матурлығын юғалтмаған апайға һоҡланып ҡарап. — 19 йәшлек сағым, — ти ул һәм хәтирәләргә төшөп китә. — 1950 йыл