Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский “Яҡтыкүл” тау шыуыу үҙәгендә ял итә. Был хаҡта сәйәсмән үҙенең социаль селтәрҙәрендә хәбәр итә. “Урал. Башҡортостан. “Яҡтыкүл” тау шыуыу үҙәге. Өс минут йәйәү барһаң – тәрәнлеге 30 метрға еткән күл, шифахана, үҙенсәлекле дауалау ысулы булған балсыҡ, озон, радон һәм минераль һыу. Тау шыуып ҡына түгел, дауаланып та ял итеп була. Мәскәүҙән ни бары ике сәғәт Магнитогорск ҡалаһына тиклем осаһың. Унан 35 минутта аэропорттан машина менән килеп тә етәһең. Эргәлә генә ошондай матурлыҡ булғанда, сит илдең ҡыйбатлы курорттары нимәгә кәрәк?” – тип һорау бирә Владимир Мединский. Фотолар Владимир Мединскийҙың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.