Элек-электән башҡорт халҡы им-том итеү, арбау, ноҡот һалыу, ҡот ҡойоу кеүек инандырыуға ҡоролған дауалауҙы үҙаллы йәки халыҡ медицинаһының башҡа ысул-саралары менән бергә яраштырып ҡулланған. Дауалау магияһының үҙ белгестәре - шуның менән генә шөғөлләнгән табиптары булған, ҡот ҡойоусылар, имсе-бағымсылар, быуын ултыртыусылар, бабалар (сөннәтләүселәр), кендек әбейҙәре тип йөрөткәндәр уларҙы. Улар үҙҙәренең туплаған тәжрибәһен, белемен быуындан-быуынға тапшырған. Дилара Мөхөтдин ҡыҙы Рафиҡова ла затлы тоҡомдан. Уның олатаһы Әнүәр хәҙрәт – данлыҡлы Мөжәүир хәҙрәттең остазы Ғабдулла ишан Сәидиҙең улы. Дилараның әсәһе Зәйтүнә апай тирә–яҡта билдәле халыҡ табибы, бигерәк тә кендек әбейе булараҡ киң танылыу алған кеше була. Ул үҙенең әсәһенән ҡот ҡойоу, тәнде һылау, эсте, мейене ултыртыу, өшкөрөү кеүек имләүҙәрҙе үҙләштергән. Әйткәндәй, Зәйтүнә апайҙың был шөғөлө уның биш ҡыҙына ла күскән: өлкән ҡыҙы Мәзүнә Өфөлә Тибет медицинаһы буйынса кешеләрҙе ҡабул итә, Хәмдиәне күптәр оҫта массаж яһаусы
Кешегә ҡот ҡойһаң, уның йөҙө нурланып, хәле еңеләйеп китә...
6 января 20246 янв 2024
2 мин