Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бөтә ауыл менән саңғыға баҫҡандар

Благовар районының Коб-Покровка ауылы халҡы үҫеп килгән йәш быуынға өлгө күрһәтеү, каникулды әүҙем һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәреү ниәтендә саңғы байрамы ойошторған. Руслан Янбаев, Светлана Айытова, Ольга Поздеева, Альбина Мөсәлләмова – Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе хеҙмәткәрҙәре ярыштарҙың төп судьялары була. Улар ҡатнашыусыларҙы йәшенә ҡарап бүлеп, стартҡа теҙә. 9-10 йәшлектәр араһында Матвей Соловьев, 11-13 йәшлектәр араһында Илназ Бикмәев, 14-16 йәшлектәр араһында Никита Соловьев еңеүсе тип билдәләнә. Ҡыҙҙар араһында беренселекте Рената Леонова яулай. 30-39 йәшлектәр араһында көсөргәнешле ярыш була. Ҡатын-ҡыҙҙар араһынан - Рәсимә Ғаффанова, ир-егеттәр араһында Руслан Янбаев лайыҡлы тип табыла. Еңеүселәргә миҙалдар һәм грамоталар тапшырыла. Саңғы байрамын ойоштороусылар ярышта ҡатнашыусыларға ҡаҙанда ҡайнар аш, самауырҙа ҡайнар сәй әҙерләп ҡуя. Ҡыштың һалҡынын ҡурҡытып, күңелле байрам ойоштора ауыл халҡы. Фотолар Коб-Покровка ауылы сайтынан алынды.