2023 йылда Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы граждандарға шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер участкалары (льготалы категория) биреү маҡсатында 2,69 миллион һумдан ашыу суммаға кадастр эштәре үткәрҙе. Һөҙөмтәлә шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер участкалары һаны 2022 йыл менән сағыштырғанда 60 проценттан ашыуға артҡан һәм 1236 участка тәшкил иткән. – Льготалы категорияға йәш һәм күп балалы ғаиләләр, торлаҡҡа мохтаждар сифатында иҫәптә торған граждандар, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләгән ғаиләләр инә, – тип хәбәр итә Башҡоростандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская. – Бынан тыш, 2023 йылдың 23 ноябрендә Башҡортостан Республикаһында йәшәгән һәм махсус хәрби операцияла айырыуса үҙен яҡшы күрһәткән ҡатнашыусыларға бушлай ер участкалары биреүҙе күҙ уңында тотҡан Башҡортостан Республикаһы законын ҡабул итеү һөҙөмтәһендә граждандарҙың льготалы категориялары исемлеге тулыланды. Был исемлек хәрби хеҙмәткәрҙәр, шулай уҡ Рәсәй Фе
Бүленгән ер участкалары һаны 60 проценттан ашыуға артҡан
5 января 20245 янв 2024
1 мин