Башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте оло юғалтыу кисерҙе: бөгөн республика халыҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Шаммасов менән хушлашты. Рауил Сәхиулла улы Шаммасов (әҙәби псевдонимы Рауил Шаммас) 1930 йылдың 9 ноябрендә Стәрлебаш районының Уразай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1952 йылда район үҙәге Стәрлебаш ауылындағы 1-се һанлы урта мәктәпте тамамлағас, элекке Матрай (хәҙерге Йылайыр) районының Һабыр ете йыллыҡ мәктәбендә, 1956 йылдан Стәрлебаш районының Йәшергән урта мәктәбендә балалар уҡыта. 1958 йылда үҙ районының ул саҡтағы «Знамя коммунизма» — «Коммунизм байрағы» (аҙаҡтан «Стәрлебаш шишмәләре») гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эш башлай. Төп хеҙмәтенән айырылмай, Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә һәм уны ситтән тороп 1960 йылда тамамлай. 1962 йылда «Ҡыҙыл таң» республика гәзите редакцияһына күсә, яуаплы сәркәтип урынбаҫары, 1968—1970 йылдарҙа бүлек мөдире була. 1972—1981 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтендә әҙәби мөхәррир вазифаһын башҡ
Бөгөн Башҡортостан халыҡ шағиры Рауил Шаммасов менән хушлашты
5 января 20245 янв 2024
1 мин