Вуз-ара кампуста Башҡорт дәүләт медицина университеты тикшеренеүселәре яман шеш һәм күҙ ауырыуҙары ваҡытында кеше микробиомын өйрәнергә ниәтләй. Алынған һөҙөмтәләр нигеҙендә ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм дауалау өсөн дарыуҙар булдырыласаҡ. – Кеше микробиомы – организмда булған бөтә микробтарҙың йыйылмаһы. Ғалимдарыбыҙҙың төп маҡсаты – төрлө патологик хәлдәрҙә сәләмәт һәм ауырыу кешеләрҙең микробиомы проблемалары менән бәйле өлкәләрҙә заманса молекуляр-генетик ысулдарҙы ҡулланып, фундаменталь һәм ғәмәли ғилми тикшеренеүҙәр үткәреү. Был беҙгә аутопробиотиктар, пробиотиктар, метабиотиктар етештерергә мөмкинлек бирәсәк, улар кешеләргә һауығырға ярҙам итәсәк, — тип белдерҙе фундаменталь һәм ғәмәли микробиология кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы, медицина фәндәре кандидаты, доцент, БДМУ-ның кеше микробиомы лабораторияһының төп ғилми хеҙмәткәре Ирина Ғимранова. Кеше микробиомы лабораторияһы территориаль һәм тармаҡ лидерлығы программаһы сиктәрендә булдырылған. Унда эшләүгә БДМУ-ның уҡытыусыларын, студенттарҙы, шулай уҡ тышҡы белгестәрҙе һәм эксперттарҙы кеше микробиомы лабораторияһы базаһында фундаменталь һәм ғәмәли характерҙағы ғилми тикшеренеүҙәр үткәреүгә әүҙем йәлеп итәләр. Бынан тыш, тикшеренеүселәр Рәсәй һәм халыҡ-ара белем биреү учреждениелары, коммерция һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән берлектәге проекттар алып бара, Рәсәй һәм халыҡ-ара базаларҙа мәҡәләләр баҫтыра, уйлап табыуға патенттар бирә һәм ғилми саралар ойоштора. – Кеше микробиомы лабораторияһында клиник әһәмиәтле бактерияларҙың үҙ коллекцияһы булдырыла һәм Бөтә Рәсәй микроорганизмдар коллекцияһында теркәлеү менән бактерияларҙың биологик үҙенсәлектәрен артабан тикшереү планлаштырыла, — тип билдәләй Ирина Ғимранова. Лаборатория белгестәре персонализацияланған терапия өсөн аутопробиотиктар, пребиотиктар, метабиотиктар эшләй, яман шеш һәм күҙ ауырыуҙары, уролитиаз һәм одонтолитиаз ваҡытында микробиомды өйрәнә. “Башҡортостан Республикаһында кеше микробиомы. Башҡортостан Республикаһында һәм Ҡаҙағстан Республикаһында кеше микробиомын сағыштырыу” проекты National Laboratory Astana менән берлектә эшләнә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә донъя кимәлендәге вуз-ара кампустың беренсе сираты төҙөлөшө 2023 йылдың 31 декабрендә тамамланды. Объект РФ Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының “Фән һәм университеттар” милли проектын (национального проекта “Наука и университеты”) тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты – 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары менән тулыһынса студенттар өсөн тәғәйенләнгән урын. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru
Яман шеш һәм күҙ ауырыуҙары ваҡытында кеше микробиомы өйрәнеләсәк
5 января 20245 янв 2024
2 мин