63 йәшлек Гүзәлиә Хафизованың тәҙрә төптәре күҙҙең яуын алырлыҡ – бында ниндәй генә төҫтәге гөл үҫмәй! Бегонияның ғына 60 төрөн үҫтерә Гүзәлиә апай. Ә хыялы ошо яратҡан сәскәһен 100 төргә еткереү! Оҫта сәскәсе Татарстандың Күкмара районының Купка ауылында йәшәй. Ул гөл-сәскә үҫтереү серҙәре менән дә ихлас уртаҡлаша. Күптәр бегонияны нескә, үтә һаҡсыл мөнәсәбәт талап иткән гөл тип иҫәпләй. Ә бына Гүзәлиә апай ундай фекерҙә түгел, “Көйөн тапһаң, көйһөҙ сәскә түгел ул”, - ти. Беренсенән, бегонияға ҡасан теләйһең, шунда һыу ҡойорға ярамай. Ул өс көнгә бер мәртәбә икешәр ағас ҡалаҡ һибә икән. Һыу йылымыс булырға тейеш. Башта ҡулы менән дымды самалай, сөнки бегонияның төрлөһө бар. Ҡайһы бер сорттары һыуҙы тиҙ генә “эсеп бөтә”. Ҡыҫҡаһы, төбө ныҡ еүеш тә, ҡоро ла булмаһын. Тәҙрә төбөнөң ҡояш төшкә ҡәҙәр ҡарағанын яраталар. Яҡтылыҡ бер яҡтан ғына төшөп, кәкрәйеп үҫмәһендәр өсөн гөл һауыттарын әйләндергеләп тора. Ултыртҡан саҡта сауҙа нөктәһендә һатылған әҙер тупраҡ ҡатнашмаһына зәңгәр яҙыулы