Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

13 йыл буйы Ҡыш бабай булып, шатлыҡ өләшә

Яңы йыл байрамы көндәрендә Нефтекама эшҡыуары Владимир Белоглазовтың мәшәҡәттәре икеләтә арта. Үҙенең кескәй ҡыҙҙарынан тыш, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән 500-ҙән ашыу ҡыҙ һәм малайға байрам бүләктәре әҙерләргә кәрәк... Әлбиттә, быларҙың барыһы ла күңелле мәшәҡәт кенә! Эшҡыуар һәм ҡала Советы депутаты бына 13 йыл инде үҙенең шәхси теләге менән социаль йәһәттән яҡлауға мохтаж балаларға Яңы йыл байрамы ойоштора. Эшҡыуар үҙе лә күп балалы ғаиләлә үҫкән, тырышлығы, ныҡышмаллығы арҡаһында уңышҡа ирешкән. Шуға күрә лә ул балалар шатлығының һәм мөғжизәгә ышанысының ҡиммәтен яҡшы белә торғандыр. Тәүге йылдарҙа Ҡыш бабай ролен башҡара, ә дуҫтары әкиәт геройҙары булып кейенеп, кескәйҙәрҙең күңелен аса. Бүләктәре лә бына тигән, яҡшы сифатлыларын ғына һайлап ала. Нефтекама филармонияһында байрам алдынан етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 300 бала, тағы ике көндән һуң сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кескәйҙәр өсөн байрам ойошторола, һәр бала меценаттан матур бүләктәр ала. Владимир Белоглазов үҙенең ҡыҙҙары өсөн генә түгел, Нефтекаманың күп балалары өсөн дә изге күңелле, йомарт Ҡыш бабай ул! Фото: kzgazeta.ru