Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Алты кеше һәләк булған

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов етәкселегендә муниципалитет башлыҡтары менән ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия ултырышы үткәрелде. Йыл башынан алып янғындарҙа алты кешенең ғүмере өҙөлгән. Һәләк булғандарҙың йорттарында һәм фатирҙарында янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама ҡуйылмауы фажиғәле янғындар өсөн дөйөм шарт булып тора. Шул уҡ ваҡытта 1 ғинуарҙа Дүртөйлө районында төнгө янғында кәмендә һигеҙ кешенең, шул иҫәптән алты баланың ғүмерен ҡотҡарғандар. Алда тағы ла һалҡыныраҡ һауа торошо көтөлә. Янғынға бәйле фажиғәгә юл ҡуймау өсөн төҙөк булмаған мейес менән йылытмаҫҡа, электр селтәренә артыҡ көс төшөрмәҫкә, шулай уҡ янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама ҡуйырға кәңәш ителә. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22696/