Бөгөн төндә Өфөлә урынлашҡан шәхси йортта ир менән ҡатындың үле кәүҙәһен тапҡандар. Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, уларға был туралағы яңылыҡ ашығыс хеҙмәт фельдшерынан килгән. Урынға ҡотҡарыусылар юллана. Улар йорттағы иҙәндә 0,5 квадарт метр майҙанда янған урынды асыҡлай. Яныу ҡотҡарыусылар килеп еткәнсе һүндерелгән булған. Һәләк булған кешеләр: 51 йәшлек ир менән 46 йәшлек ҡатын булып сыҡҡан. Билдәле булыуынса, уларҙы яҡындары һуңғы тапҡыр 31 декабрҙә күргән. Әле уларҙың ни сәбәпле үлгәне билдәле түгел. Урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй, улар был хәлде асыҡлай. Фото: МЧС.