2023 йылда «Йәштәр өсөн төбәк» Бөтә Рәсәй йәштәр сәйәсәтен комплекслы үҫтереү программалары конкурсында еңеү сиктәрендә Учалы ҡалаһының «Стиль» йәштәр-ял итеү үҙәгендә учреждениены яңыртыу эштәре башланды. Грант аҡсаһына бинала капиталь ремонт үткәрелгән: тәҙрәләр һәм ишектәр алмаштырылған, ҡыйығы, фасады, стеналары, иҙәндәре һәм түбәләре ремонтланған, заманса ҡорамалдар һәм мебель һатып алынған. 3 ғинуарҙа, Йәштәр йортон асыу тантанаһы үтте. Яңыртылған, заманса урын асылыуы менән учалыларҙы Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук ҡотланы. Яңы йәштәр үҙәген асыу хөрмәтенә ул Учалы йәштәре активистарына дәүләт йәштәр сәйәсәте өлкәһендә төбәк, федераль һәм халыҡ-ара программаларҙы һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙағы ҡаҙаныштары өсөн Учалы ҡалаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты хеҙмәткәрҙәренә бүләктәр һәм Дәүләт комитетының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. «Йәштәр өсөн төбәк» федераль программаһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә 2023 йыл дауамында гр