Был программа “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Сағыштырыу өсөн: 2020 йылда, ошо уҡ программаға ярашлы, 1 530 кеше үҙенә яңы эш урыны алғайны. Тимәк, эшкә урынлаштырылғандар һаны ике тапҡырға артҡан. Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, был күрһәткес буйынса республикабыҙ илдә икенсе урынды биләгән. “Субсидиялы яллау буйынса федераль программа республикала 2021 йылдың мартында эшләй башланы”, – ти Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – “Хеҙмәт урыны табып бирелгәндәрҙең 83 проценты эшсе һөнәрҙәренә тура килә – тейешле дәүләт ярҙамына таянып, компаниялар токарь, электромонтер, иретеп йәбештереүселәрҙе ҡабул итә. Был һәйбәт күренеш, сөнки республикала, бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк, эшсе һөнәрҙәренә ҡытлыҡ ҙур. Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, был программаны тормошҡа ашырыу 2024 йылда ла дауам итәсәк. Фото: “Башинформ”.