“Торлаҡ һәм ҡаала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһына ярашлы, Учалы ҡалаһындағы Ленин урамында Дан стелаһы биләмәһе ремонтланды. Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, ошо майҙанда тирә-яҡты төҙөкләндереү буйынса күп төрлө эш башҡарылған, бынан тыш, Мәңгелек ут тоҡандырылған. Әле ошо биләмәнең тирә-яғында тротуарҙар эшләү, заманса яҡтыртҡыстар ҡуйыу, бордюрҙарҙы алмаштырыу планлаштырыла. Министрлыҡ хәбәр итеүенсә, төҙөкләндереү урынын учалылар үҙҙәре рейтинг тауыш биреүе һөҙөмтәһендә һайлап алған. Фото: “Башинформ”.