Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Яңы йыл каникулдары"н 30 мең кеше ҡараны

Дүрт көн эсендә был сағыу байрамды Өфөнән һәм баш ҡала ҡунаҡтарынан 30 меңгә яҡын кеше барып күрҙе. Тамашаны ойоштороусылар – Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы, республиканың Туризмды үҫтереү үҙәге. “Яңы йыл каникулдары. Терра Ҡыш” фестивале – халыҡтың иң яратҡан байрамдарының береһе, унда концерт һәм күңел асыу саралары, самауырҙар һәм яңы йыл костюмдары конкурстары, Ҡарһылыуҙар парады үткәрелә. Уларҙың форматы һәм концепцияһы төбәктең туристик ҡеүәтен асырға, ҡунаҡтарҙы Башҡортостандың мәҙәниәте һәм йолалары менән таныштырыу мөмкинлеген бирә”, – ти эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. Фестиваль 2019 йылдан алып ойошторола. Төрлө йылдарҙа ул Совет майҙанында, “Ҡашҡаҙан” паркында, Ҡунаҡһарай алды майҙанында, Ҡариҙел яры буйында үткәрелде. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.