Өфөлә Башҡортостандың иң ҙур инфраструктура проектында - «Көнсығыш сығыу юлы»нда - «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә яҡтыртҡыстар тоҡандырылды. Подрядсы ойошма дөйөм оҙонлоғо 14 саҡрым самаһы булған объектта 787 мачта ҡуйыуҙы тамамлаған. Хәҙер Рәсәйҙә етештерелгән диод лампалары, юлдың габариттарын иҫәпкә алған яҡтыртыу таяуҙарының бейеклеген һәм арауығын, параметрҙарын оптималь берләштереп, яҡтырта. - Лампаларҙы ҡулланыу ваҡытын арттырыу һәм электр энергияһына сығымдарҙы бер нисә тапҡырға кәметеү уның төп плюстары булып тора. Әйткәндәй, водителдәргә уңайлы булһын өсөн «Көнсығыш сығыу юлы»ның тоннель өлөшөндә яҡтыртҡыстарҙың ҡеүәтен көйләүсе автоматик ҡулайламалар ҡуйылған, - тип һөйләне республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. «Көнсығыш сығыу юлы»ның дөйөм төҙөлөш әҙерлеге 88 процент тәшкил итә. 2024 йылдың ғинуарына объектта 1800 белгес, 134 берәмек техника эшләй. Был пункттың үҙенсәлеге - юл һыҙаттары өҫтөнән урынлашҡан япма. Башҡортостанда уның аналогтары әлегә юҡ. Дөйөм 224 тоннанан ашыу ауырлыҡтағы тимер конструкцияларҙы бер юлы дүрт кран ярҙамында терәккә күтәрҙеләр. Был эштәргә алты сәғәт ваҡыт кәрәк булды. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22715/