11 ғинуарҙа, Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, Республика йортонда Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышы үтте. Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, Мортаза Рәхимовтың ҡаҙаныштары онотолмай, уның хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ, тип билдәләне. 7 февралдә төп сара – Башҡортостандың беренсе Президентына һәйкәл асыу тантанаһы. Ул Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай бинаһы ҡаршыһына урынлаштырыла. Монументтың авторы – скульптор Салауат Щербаков. Ошо уҡ көндә Өфөнөң Энгельс һәм Беренсе май урамдарында, Мортаза Рәхимов йәшәгән һәм эшләгән ике йортта, мемориаль таҡтаташтар асыласаҡ. Был көндә республика мәктәптәрендә беренсе Президентҡа арналған тематик дәрес уҙғарыла. Ғинуар аҙағында уҡыусылар араһында "Рәхимов уҡыуҙары" төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы башлана, уның финалы 7 февралгә билдәләнгән, сара М.Ғ. Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт гимназия-интернатында үтәсәк. Юбилей сараларына ярашлы, ш