Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡыш көнө ҡоротто нисек һарҡыталар?

Ҡорот - күптәрҙең яратҡан ризығы. Йәй көнө уны әҙерләүе әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Уңған хужабикәләр уны тиҙ арала эшләп тә, киптерәп тә ала. Ә бына ҡыш көнө ҡорот эшләп, уны һарҡытып алыуы, ай-һай, байтаҡ мәшәҡәт тыуҙыра. Шунлыҡтан тик уңған һәм бөтмөр хужабикәләр генә был эште ҡышын да башҡаралыр. Сираттағы командировкаға барғанда, Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылында йәшәгән Фирҙәүес Хәсәнованың өйөндә, тап минең әсәйем кеүек, ҡорот тоғо артына утын ҡыҫтырып, уны һарҡытырға ҡуйыуын күреп, фотоға төшөрмәйенсә булдыра алманым. Ҡыш көнөндә лә әсәйемдең яңы эшләгән ҡороттары әле булһа һағындыра... Ә һеҙҙең яҡтарҙа ҡыш көнө ҡорот эшләйҙәрме? Автор фотоһы.