“Һаумы, таныш булмаған һалдат! Һиңә 4-се класс уҡыусыһы яҙа. Мин Мариуполь ҡалаһында йәшәһәм дә, махсус хәрби операция арҡаһында Башҡортостанға күсеп килдем. Мин һиңә рәхмәтлемен, һалдат, һин минең ғаиләмә тыныс тормошта йәшәргә мөмкинлек бирәһең. Эргәңдә мина шартлауының, атыштарҙың нисек ҡурҡыныс булыуын яҡшы беләм, шуға күрә һин – минең өсөн герой, яҡлаусы. Мин һиңә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, тиҙерәк өйөңә ҡайтыуыңды теләйем. Ер йөҙөнә тыныслыҡ килһен!” Был хат юлдарын “Али” позывнойлы яугир Салауат ҡалаһының 20-се мәктәбе залында тәрән тынлыҡта уҡыны. 10 йәшлек Руслан Маслацов үҙенә бик таныш юлдарҙы шунда уҡ таныны, сөнки хатты әсәһе менән Мариуполде азат иткән билдәһеҙ һалдатҡа төбәп яҙғайнылар. Хат “ Башҡортостан” батальонының 31-се мотоуҡсылар полкы яугире, “Али” позывнойлы эске хеҙмәт капитанына эләгә. Ул үҙ теләге менән алғы һыҙыҡҡа киткән. –Гуманитар ылау менән бергә беҙгә бер тоҡ хат та килә. Улар йөкмәткеһе менән бер-береһенә һис оҡшамаған, һәр кем күңел йылыһын һалып, уйлап яҙа. Бик тулҡынландырғыс улар.Блиндаж стенаһында, танк эсендә лә ошо хаттар! Улар беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле. Русландың хатын ғүмер буйы һаҡлаясаҡмын, сөнки ихлас күңелдән яҙылған хат хәрби рухты күтәрә, үҙебеҙҙең көсөбөҙгә ышанысты арттыра. Мин ҡайтҡас та хат авторы менән осрашырға уйланым. Башҡа иптәштәрем дә ҡайтыу менән мәктәптәргә йүнәләсәк, – тине яугир, Русланды ҡосаҡлап. Яугир уҡыусыға бүләк тапшырҙы һәм алғы һыҙыҡтағы көнкүреш шарттары, иптәштәре менән таныштырҙы. Фото: https://gazetavibor.ru/news/novosti/2023-12-21/eto-pi..