Стәрлетамаҡ ҡала прокуратураһы өсөн Яңы йыл байрамы көндәрендә ауыр социаль хәлдәге балаларға ярҙам итеү матур йолаға әүерелде. Яңыраҡ улар “Виктория” ғаилә тәрбиәһенә ярҙам итеү үҙәгендә ойошторолған байрам сараһында ҡатнашты. Театрлаштырылған тамаша бик мауыҡтырғыс булды.Балаларға тәмле-татлы күстәнәстәр, уйынсыҡтар бүләк ителде. Прокурор уларға ныҡлы һаулыҡ, уҡыуҙарында, спортта ҙур уңыштар теләне. Ҡала прокуратураһы сарала әүҙем ҡатнашҡан ҡала советы депутаты Геворг Григорянға һәм “Санстрой” йәмғиәте директоры Алик Ғәйнуллинға рәхмәт белдерҙе, тип хәбәр итә “ Стерлитамакский рабочий”. Фото: “Стерлитамакский рабочий”.