8 декабрҙә иртән Туҡан ауылында Матросов урамындағы шәхси йортта янғын сыҡҡан. Был өйҙә ҡустыһы менән бала саҡтан инвалид Эдуард Аллаяров йәшәгән. "Өйҙөң стеналары янып бөткән. Бәхеткә күрә, берәү ҙә зыян күрмәгән. Янғынды күршеһе ваҡытында күреп ҡалған, ул янғын һүндереүселәрҙе саҡырған, йоҡлап ятҡан күршеләрен уятырға һәм ҡар ырғытып утты һүндерергә маташҡан. Эдуард күптән инде йылдан ашыу буш торған күршеләренең йортон һатып алырға хыялланған. Ҡарттар үлеп ҡалған, ә балаларҙың үҙҙәренең яҡшы фатирҙары бар. Белдереү яҙған һәм таратҡан ауыл биләмәһе депутаты Наталья Весельскаяның башланғысы буйынса, ауыл халҡы, төрлө ҡалаларҙағы һәм ауылдарҙағы яҡташтары шунда уҡ Эдуардҡа торлаҡ һатып алыуҙа ярҙам итергә ҡарар итте. Бер аҙна эсендә кәрәкле сумма йыйылды. Был аҡсаға элекке хужаларҙан бөтә кәрәк-ярағы (йыһаз, һауыт-һаба, урын-ер әйбере һәм башҡалар) менән күрше йортто һатып алғандар. Яңы йыл алдынан Эдуард яңы торлаҡҡа күсте. Ситтәрҙең бәләһенә вайымлы булғандары өсөн барыһына ла ҙур рәхмәт. Изгелегегеҙ үҙегеҙгә әйләнеп ҡайтһын!" - тип был турала Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған. Фото: https://vk.com/ivaniutaandrei