Беҙ Рәхимә Мусинаның ябығыу тураһындағы яҙмаһын бер тапҡыр һеҙгә тәҡдим иткәйнек инде. Әле 1 ғинуарҙа ул бөтә тәжрибәһен бергә туплап, сәхифәһендә яҙып сыҡҡан. Ябығырға теләгән кешеләрҙең күп булыуын иҫәпкә алып, яҙманы һеҙгә лә тәҡдим итһәк, хилаф булмаҫ, моғайын. Кемгәлер файҙаһы булһа, автор ҙа шатланыр. "Әҙәм балаһы, ғәҙәттә, бөтә бөйөк эштәргә Яңы йылдан йәки дүшәмбенән тотона. Бөгөн — уларҙың икеһенең дә тап килгән көнө. Шулай булғас, тотондоҡ, йәмәғәт, хыял-маҡсаттарҙы тормошҡа ашырырға!Ябығырға теләүсе ҡатын-ҡыҙҙар «Шәкәрһеҙ тормош» рубрикаһын дауам итеүемде һорап әленән-әле яҙып тора. Әгәр ябығыу өҫтөндә һаман эшләһәм, өҫтәп яҙырлыҡ нимә булыр ине. Тик мин элекке ауырлығыма ҡайтырға ғына теләнем — өс айҙа 70-тән 60 килограмға төштөм һәм артабан ябығырға теләгем юҡ. Был миңә еңел бирелде, хәҙер уйлаһам, төш кенә кеүек булды. Сөнки методикам ҡатмарлы түгел һәм уны һәр кем булдыра ала: ни бары шәкәр-ҡамыр ризыҡтары ашамаҫҡа, ашағандан һуң физик эш эшләргә (минең кеүек ҡар көрәргә йә ер ҡаҙырға) йә йәйәү йөрөргә (йүгерә алһаң, тағы ла яҡшы) һәм… асыҡмаҫҡа кәрәк.Һәм тағы: үҙеңде нисек дәртләндерергә тип һорайһығыҙ. Үлсәгес һатып алығыҙ! Көндән-көн грамдарҙың йә килограмдарҙың китеүен күреү – үҙе иң шәп мотивация! Шулай уҡ Ютубтан ошо юл менән ябыҡҡан кешеләрҙең йә шәкәр-ҡамырҙың зыяны тураһында видеолар ҡарағыҙ.«Мин былай ҙа шәкәр-кәнфит ашамайым ул», - тип яҙаһығыҙ. «Шәкәрһеҙ тормош» тигәнемде туранан-тура аңламағыҙ әле – шәкәр бит кетчупта ла, колбаса ла, тағы әллә күпме аҙыҡ-түлектә бар. Унан, ябығам тиһәң, шәкәрле генә түгел, ҡамырлы ризыҡтарҙан да баш тартырға кәрәк. Әгәр картуф, дөгө, макарон кеүек башҡа углеводтарҙы ла ашамай тора алһағыҙ – бигерәк тә яҡшы. Әммә мин уларҙы аҙлап ашаным, был турала яҙмаларымда тәфсирләп яҙҙым. Бөгөн һеҙгә уңайлы булһын өсөн бөтәһен бер урынға туплап бирәм («Йондоҙ» гәзите һорауы буйынса иң мөһимен генә ҡалдырып мәҡәлә итеп эшләгәйнем).* * * ШӘКӘРҺЕҘ ТОРМОШ * * *Кешенең идеаль ауырлығы оҙонлоғонан минус 100 булырға тейеш, тиҙәр. Мин ғүмер буйы 154 сантиметрға 60-62 килограмм булдым. Самаға тура килеп етмәһә лә, шулай оҡшай һәм үҙемде бик тә яҡшы тоя инем. Әгәр саҡ ҡына ауырая башлаһам, эшкә йәйәү йөрөп (өс саҡрымдан ашыу юл) кире элекке ауырлығыма ҡайта һаллам. Тик һуңғы йылдарҙа өйҙән онлайн эшләү, ашағандан һуң сәғәттәр буйы компьютер артында ултырыу, биҙәүес яһау менән мауығыу, ике ир-атты тәмле итеп һыйларға тырышыу үҙенекен итте һәм тиҙ арала 70 килограмға еткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ниндәй дискомфорт кисерә башлағанымды төпсөрләп яҙып тормайым, үҙҙәре башынан үткәргәндәр былай ҙа аңлайҙыр. Ә инде үлсәгестең уҡтары 71-гә табан ынтылғас, былай бит 80-гә етеүгә лә күп һорамаҫ тигән ҡурҡыуға ҡалып, процесты ҡулға алырға булдым. Тик нисек?Спорт менән бер ҡасан да дуҫ булманым, тренажерҙарҙа шөғөлләнер йәштән үткәнмен, приседание яһайым тиһәң дә, тубыҡтар шыртылдап тора. Асығыуға бөтөнләй барымым юҡ, хатта ураҙа ла тота алмайым. Ниндәйҙер таблеткалар, коктейлдар эсеү, төрлө махсус диеталар (кефирлы, алмалы, ҡыярлы һ.б.) тотоу ваҡытлы эффект ҡына бирә, улай бер төрлө ризыҡты оҙаҡ итеп ашағым да килмәй. Һәм мин үҙем өсөн иң ҡулайлыһы тип рационымдан иң һимертә торған ризыҡтарҙы – шәкәр һәм ҡамырҙы алып ташлауҙы һайланым.Ошо урынға еткәс, һиҙеп торам – күптәрегеҙ төшөнкөлөк кисерҙе, берәүҙәрегеҙҙең башынан “Юууҡ, мин кәнфит-шоколадтан, бал-ҡайнатманан, бәлештәрҙән, печенье-торттан, туңдырманан баш тарта алмайым” тигән уй үтте, икенселәрегеҙ: “Әллә күпме баш тартып ҡаралды инде, булмай ул, бер-ике көн ашамай йөрөйһөң дә, иртәгәһенә ауыҙын ҡайырғансы тығынаһың”, - тип ҡуйҙы. Ҡайҙан беләм тиһегеҙме? Сөнки оҡшаш хәлдәр үҙемдең баштан күп тапҡыр үтте. Бер ваҡыт бер аҙнанан “ысҡындым”: пропади все пропадом тип, кискеһен курник бешереп, бер үҙем ятыр ҡорһаҡҡа һигеҙ дана ашап, төнө буйы йоҡлай алмай ухылдап сыҡтым.Шундай “тәжрибә” булғанға күрә, был юлы шул уҡ тырмаға ҡабат баҫмаҫ өсөн тактиканы бер аҙ үҙгәртергә — башта ошо юлды үтә алған башҡа кешеләрҙең тәжрибәһен өйрәнергә булдым. Ютубтан “как отказаться от сахара и мучного” тигән һылтанма менән 30-лап видео ҡарағанмындыр. Ҡараған һайын үҙемдең дөрөҫ юлда икәнемә инандым. Күп кенә авторҙарҙың: “Нисек ауыр булһа ла, тәүге 15-30 көндө түҙегеҙ, шунан тәмле-татлыға тартылыу кәмей, һеҙ шәкәрһеҙ тормоштоң яҡшы яҡтарын тоя һәм үҙегеҙҙән-үҙегеҙ унан ҡаса башлайһығыҙ”, - тигән һүҙҙәре бигерәк тә оҡшаны. Бәй, уның сиге булғас, ә ниңә 15-30 көн (кешеһенә ҡарап төрлөсә) түҙеп ҡарамаҫҡа? Бар ихтыяр көсөн туплап... (Өҫтәүенә, был видеоларҙан һуң мине ябығыуҙан бигерәк шәкәрһеҙ тормоштоң һаулыҡҡа файҙалы яҡтары күберәк ҡыҙыҡһындыра башланы, “сахар – это белая смерть” тип бушҡа әйтмәйҙәр бит).Мин үҙемдә татлыға бәйлелек кәмеүен ике аҙнанан тойҙом (ул миңә еңел бирелгән кеүек тойолдо, күрәһең, психологик яҡтан үҙемде ныҡ әҙерләгәнмендер), тәмлекәстәргә ҡарата ниндәйҙер битарафлыҡ барлыҡҡа килде. Тора-бара башҡа, бығаса уйлап та ҡарамаған ризыҡтарҙа ла татлы тәм барлығын тоя башланым. Мәҫәлән, үлән сәйҙәре үҙҙәре еңелсә шәкәрле кеүек, вәринйә лә, кәнфит тә ҡушырға кәрәкмәй. Иң ҡыҙығы шунда: 1-2 айҙан шәкәрле ризыҡтарҙы яратмай уҡ башланым! Күңелде болғандыра, хатта тәмһеҙ кеүек. Һаулыҡ яғынан да ыңғай үҙгәрештәр үҙҙәрен шунда уҡ һиҙҙерҙе.Бына шулай, шәкәрҙе 21-се быуаттың наркотигы тиһәләр ҙә, уға бәйлелекте еңергә бик теләгәндә, маҡсат итеп ҡуйғанда (!) ирешеп була. Әммә ғүмер буйы ашаған, ҡанға һеңгән тәмлекәстәрҙән бер көн килеп кенә ҡырҡа баш тартыу мөмкин түгел. Мотлаҡ ашағы, кинәнес тойғоһо кисерге килә һәм үҙеңә 3-4 көн буйы тыйғанды бер көндә тығынып ҡуяһың!Донъяла шәкәр тигән нәмә был ике төрлө бит: яһалма (рафинированный) һәм тәбиғи. Диетамдың икенсе көнөндә үк сәйҙе тәмлекәс менән эсергә һораған организмымды мин нәҡ шул тәбиғи шәкәрҙәр менән алдай башланым. Улар — емеш-еләк, сәтләүек, киптерелгән емеш-еләк һ.б. Сәйгә йөҙөм буталған эремсек, күрәгә, үҙем яһаған ҡаҡ, туңдырылған емеш, киптергән алма-груша ҡушып эстем. Груша бигерәк тәмле. Шулай ҙа иң яҡшыһы финик тип таптым. Ул йомшаҡ, татлы. Тик элекке кеүек бер ултырғанда 10-15 дана түгел, ә көнө буйы 3-5 бөртөктән артыҡ ашамайым. Финиктарҙың ҡәҙимге үлсәп һатылғандарын, һоро төҫтәге, тышы һыҙырыла биреберәк торғандарын алдым. Теге матур ҡаптарҙағы ҡара, шыма, итләс финиктарҙы шәкәрле сироптарҙа тоталар. Алма йә грек сәтләүеге туралған сөгөлдөр салаты оҡшап ҡалды. Һирәкләп үҙемде 85 процентлы әсе шоколад менән иркәләнем. Элек уны яратмай ҙа, ниндәйҙер шәкәр тәмен тоймай ҙа инем. Хәҙер унан да татлы ризыҡ юҡ һымаҡ!Ә инде ҡамыр ризыҡтарын, икмәкте хлебцы менән алмаштырҙым. Баштан унан ялҡырмын тип ҡурҡҡайным, сөнки яратмай торғайным. Баҡһаң, уның ниндәйе генә юҡ икән, һәр төрлөһөнән алып ҡуям да һайлап-һайлап төрлөләндереп ашайым. Осһоҙон алмайым, бәлеш-печеньеларға аҡса йәлләмәй торғайның дабаһа, быларҙан да йәлләмә тием үҙемә. Ара-тирә, айырыуса туҡмасһыҙ ашҡа "Бородинский" тибындағы бер телем икмәк тә ҡушып ебәрәм. Алты телем икмәктәге шәкәр күләме кешенең көндәлек нормаһына торошло тиҙәр. Ике-өс аҙнанан иртәнсәк сәй эскәндә үҙемде “Крокет” тибындағы шәкәре аҙ печеньелар менән дә һыйлай башланым (бик ашағы килеп китһә).Иң мөһиме – асыҡмаҫҡа!!! Яратҡан ризығынан яҙып аптыранған организмды тамам стресс хәленә төшөрөргә ярамай. Улай тиҙ ысҡынырға була, ашау уйлап үҙеңде ыҙалатып йәшәүе ауыр ҙа инде. Мин шәкәр (кәнфит, ҡайнатма, бал), аҡ икмәк һәм ҡамыр ризыҡтарынан башҡа барыһын да туйғансы ашайым. Хатта макаронды ла. Тик сикләүҙәр бар: уларҙың “из твердых сортов пшеницы” тигәнен алам, манный ярмаһын да ("Щебекинский" айырыуса һәйбәт). Макаронды киске ашҡа (ятыр ҡорһаҡҡа) ҡалдырмайым. Кетчуп-майонездар һалмайым (бер аш ҡалағы кетчупта бер сәй ҡалағы шәкәр бар икәнен беләһегеҙме?!) Быйыл кетчупты үҙем помидорға алма ҡушып эшләп алырмын тейем. Колбаса-сосисканың составында ла шәкәр күп, шуға ит, бауыр, иң яҡшыһы балыҡ тип таптым.Һалмалы аштарҙан да баш тартмайым, тик тәрилкәмә шыйығыраҡ итеп һалып алам. Һуңғы ашау сәғәт 6-ла (йәй көнө 7-лә лә булып китә). Көнөнә өс тапҡыр ашайым, төплө, туҡлыҡлы итеп. Иртәнгене бигерәк тә, ул минең йомортҡа, бутҡаһыҙ булмай. Полдниктарҙан, эштә сәй эсеүҙәрҙән, ваҡытһыҙ ҡапҡылауҙарҙан ҡасыр кәрәк.Минең өсөн икенсе мөһим ҡағиҙә – бер ҡасан да ашағандан һуң ултырмаҫҡа, бигерәк тә ятмаҫҡа!!! Татлы ашамау менәнме ней, мин бит унан башҡа углеводтарҙы ла ашайым: ярма, картуф, макарон, икмәк һ.б. Ә углевод – ул энергия. Әгәр яндырмаһаң, ул эстә майға әүерелә. Шуға күрә ашағандан һуң мотлаҡ эш-хәрәкәт булырға тейеш, кәмендә сәғәт ярым. Мин диетамды март айында башланым, ул ваҡытта йә ҡар ташланым, йә йәйәү йөрөнөм, йә көнөнә ярты сәғәт "диск здоровья"ла өйөрөлдөм. Йоҡлар алдынан "беговая дорожка"ла бер километр йүгереү ғәҙәте электән бар, шулай итмәһәм, аяҡ өшөп йоҡлай алмайым. Саф һауала йүгереү мөмкинлегең булһа, бигерәк тә шәп инде. Йәйәү йөрөгәндә лә һуҙа баҫып, яйлап түгел, ә эре аҙымдар менән атларға кәрәк. Апрелдән минең өсөн баҡса эштәре башланды. Унан тыш һәр йәйәү йөрөү мөмкинлеген файҙаланырға тырышам. Яратам йәйәү йөрөргә! Миңә биҫтәнән Асҡар үҙәгенә барып, йомоштарымды йомошлап, 7-9 саҡрым юл үтеп ҡайтыу бер ни тормай.Белмәйем, бәлки, тәҡдимдәрем һеҙгә үтә примитив күренгәндер (ни хәл итмә, диетолог түгелмен бит инде), әммә улар миңә ярҙам итте. Диетамды бер һөйләм менән генә лә әйтергә була: шәкәр-ҡамыр ризыҡтары ашамаҫҡа, ашағандан һуң эш-хәрәкәт итергә һәм шул уҡ ваҡытта асыҡмаҫҡа! Бик ҡатмарлы, әҙәм балаһы үтәй алмаҫлыҡ түгел, эйе бит? Әйтмәйем бөтәһе лә шулай эшләй ала, һөҙөмтәһе лә шундай буласаҡ тип. Сөнки һәр кемдең физиологияһы үҙенсә, кемдер елдән дә һимерергә тора. Ә минең кеүек ашауҙан тулыланғандарға, моғайын, таман булыр. Йәштәргә бигерәк тә. Әле бер ҡырҡты яңы уҙған танышым табип ҡушыуы буйынса шәкәрле ризыҡтарҙан тулыһынса баш тартты (уға диабет янай) һәм бер айҙа биш килоға ябыҡты.Мин ябығырға түгел, ә кире элекке, үҙемде яҡшы тойған ауырлығыма ҡайтырға теләнем һәм шуға өлгәштем. Артабан кәрәкмәй. Шуға хәҙер әҙләп ҡоймағын да, йыуасаһын да, яратҡан сәксәгемде лә ашай башланым. Теләк буйынса. Элекке фанатизм юҡ. Сөнки нәфсемде ауыҙлыҡларға өйрәндем. Ә ҡайнатма-кәнфиттәргә, өҫтәлдә ултырһа ла, яңылыш та үрелмәйем. Организм үҙе “ашама шул шәкәрҙе, мин теләмәйем” тип әйткән кеүек. Ярты йыл тигәндә магазиндан аҡ икмәк һатып алып ҡайттым, бер телем ашаным да тәмен тапманым. Ҡомалаҡтан үҙем бешерә башларға уйлайым. Ҡунаҡта саҡта самалап бөтәһенән дә ауыҙ итәм, сөнки кешегә барып ризығын һанға һуҡмай ултырыу оят була. Тик аҙағынан ҡайҙалыр йәйәү йөрөп килергә, йә күберәк физик эш эшләргә тырышам.Бына беҙ "матурлыҡ ҡорбан талап итә" тип әйтәбеҙ. Әммә арабыҙҙа матур, һомғол булыу өсөн генә яратҡан тәм-томдарын ҡорбан итергә әҙер кешеләр бик һирәк. Ә бына шул ҡорбанды ҺАУЛЫҠ талап итһә, өҫтәүенә быны табип ҡушһа, бик ауыр булһа ла, күптәр был аҙымға барырға ризалаша. Шуға шәкәрле-ҡамырлы ризыҡтарҙан баш тартҡанда ябығайым тип түгел, ә һаулығымды нығытайым тип уйлап эш итеү күпкә яҡшы һөҙөмтә бирә.Берәй 10 кило ауырлығымдан ҡотолайым тип башлаған мин дә ҡорһаҡ тирәһендәге еңеллекте, уңайлылыҡты тиҙ тойоп, өҫтөнлөктө шуға бирҙем, хатта ябығыу мәсьәләһе нисектер артҡа күскәндәй ҙә булды. Шәкәр менән көрәште ниңә иртәрәк, йәшерәк, һауыраҡ саҡта башламаным икән тип үкендем.Гастрит, панкреатит, холецистит кеүек ашҡаҙан-эсәк тирәләй диагноздар миңә табиптар тарафынан күптән ҡуйылған. Шуға бәйле эс күбеү, ҡатыу, метеоризм, эстең теге-был ерҙәре һыҙып ауыртыуҙары баҫылыуы уҡ минең өсөн ҙур стимул булды. Оят булһа ла яҙайым: бер аҙҙан оҙаҡ йылдар дауамында көн һайын тиерлек клизма өсөн ҡул аҫтында тотҡан "груша"мдың ҡайҙа ятҡанын оноттом.Йоҡом яҡшырҙы, сөнки көнө буйы арыу-талыу белмәй эшләйем, хатта ниңә тәүлектә 32 сәғәт түгел икән, күберәк нимәгә өлгөрөр инем тигән үкенес менән ятып китәм. Ә бит мин ҡартаям, шуға бер нәмә лә эшләгем килмәй, тормошҡа битарафлыҡ, нәҫ баҫыу — ҡартлыҡ билдәһе тип уйлап йөрөй инем.Йәйәү йөрөргә яратҡан кеше атлауҙан ҡаса башлағайным, Асҡарҙың үҙәгенә нисек тә машинаға эләгеп барыу яғын ҡарай, иптәшем өйҙә булмаһа, ғүмере саҡырмаған таксиҙы саҡырта башлаған инем. Сөнки кәүҙәне һөйрәп атлауы ауыр, аҙағынан аяҡтар һыҙлай. Хәҙер яңынан элеккесә һикертә баҫып 7-8 саҡрымды йөрөп киләм.Һәм тағы: ҡалҡан биҙе (щитовидка) менән күптән табипта иҫәптә торам. Эндокринолог һуңғы анализымдың күрһәткестәре яҡшырыуына аптырап, яңынан контроль анализ бирҙерҙе һәм көн һайын ҡабул иткән дарыуымдың дозаһын яртылаш кәметте. Уны мине анализһыҙ ҙа тойҙом: дарҫлап сыға яҙып типкән йөрәк һиҙелеп тынысланғайны.Шәкәрҙән баш тартҡан йәшерәк кешеләр тиренең һәйбәтләнеүен, йыйырсыҡтар яҙылыуын әйтәләр. Миңә хәҙер һуң күрәһең, шуға үҙемдә йөҙҙөң йәшәреүен тоймайым, әммә биттәге ҡара-һоро таптар кәмене, тире аҫтында мыжғып торған аҡ төйөрсөктәр, терһәктәге еңгә эләгеп йәнде көйҙөргән ҡыштыҡ юҡҡа сыҡты. Тағы бик күп плюстары тураһында яҙырға булыр ине, әммә һаулығын яҡшыртырға һәм ябығырға теләге булған кешене дәртләндерергә ошолары ла аҙ түгел тип уйлайым. Хатта тәм-том, икмәктән бөтөнләй баш тарта алмаған хәлдә күләмен кәметеү ҙә ыңғай һөҙөмтәһен бирмәйенсә ҡалмаясаҡ. Уңыштар һеҙгә! Кәңәштәрем кемгәлер артыҡ ауырлығын ташларға һәм һаулығын яҡшыртырға ярҙам итһә бик шат булырмын".Рәхимә Мусина.