Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Һәр саҡ бергә инеләр, бергә һәләк булдылар...”

Яңы йыл алдынан Учалы ҡалаһында йәшәгән ғаиләгә ҙур фажиғә килде: аварияла ирле-ҡатынлы һәләк булды. Авария 30 декабрҙә Белорет – Учалы – Мейәс трассаһының 106-сы километрында теркәлә. Әле “КП-Өфө” баҫмаһы был кешеләрҙең кемлеген асыҡлаған. “ВАЗ-2110” машинаһында ғаилә пары Марина менән Солтан ултырған. Улар ҡалаға эштәре буйынса барып, ҡайтырға сыҡҡан. Ул көндө автомобилгә Марина идара иткән. Ҡапыл ҡаршыларына “Рено” йөк машинаһы килеп сыға, тик ҡатын бер нимә лә эшләп өлгөрмәй: машиналар ҙур тиҙлектә бәрелешә. Ир кеше фажиғә урынында һәләк була, ҡатыны дауаханаға алып китеп барғанда йән бирә. Һуңғараҡ асыҡланыуынса, ғаилә күп балалы булып сыға, улар алты бала тәрбиәләгән. Яңы йыл алдынан был яңылыҡ уларҙы аяҡтан йыға. Марина менән Солтандың өлкән балалары айырым йәшәй башлаған, шулай уҡ мәктәптә уҡыған балалары ла бар. Әйткәндәй, улар ике ейәнгә өләсәй-олатай булып та өлгөргән. Үҙҙәре әле йәш булған: Маринаға - 42, Солтанға 41 йәш. Тыуған көндәрен улар фажиғәгә тиклем бер ай алда ғына үткәргән булғандар. – Ҡот осҡос фажиғә. Һаман ышана алмайбыҙ. Балаларҙың иғтибарын икенсе нәмәгә йүнәлтергә тырышабыҙ, уларға бик ауыр. Улар һәр саҡ бергә ине, теге донъяға ла бергә киттеләр, – тигән ирҙең ағаһының ҡатыны Людмила. – Улар алты бала тәрбиәләй ине, ике ейәндәре бар. Бик һәйбәт, балаларын яратып торған ата-әсәй инеләр. Был йыл бик ауыр буласаҡ. Яҡындары әйтеүенсә, Марина бик ипле йөрөгән, бер ҡасан да тиҙлекте арттырмаған, ҙур трассаларҙа ҡабаланмай булған. Ғаиләне белгән һәр кем, Марина менән Солтан балалары өсөн тырышып йәшәне, уларҙы бик яратты һәм һәйбәт шарттар булдырырға тырышты, ти. Әлеге ваҡытта ирҙең бер туған ағаһы менән ҡатыны ғаиләнең етем ҡалған балаларын үҙҙәренә алырға ниәтләй. Улар үҙҙәре лә күп бала тәрбиәләһә лә, бөтәһенә лә урын һәм күңел йылыһы етер тип ышана. Фото: КП-Өфө.