Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Әбйәлилдәр башҡортса йөрөү көнө үткәргән

“Сараға 2024 метр арауыҡты үтеү өсөн скандинавса йөрөү техникаһына эйә булған теләгән һәр кем килде. Башҡортса (скандинав) йөрөү көнөндә ҡатнашыусылар саф һауала һаулыҡтары өсөн файҙалы ваҡыт үткәрҙе. Күмәк спортты үҫтереү - республиканың, шул иҫәптән районыбыҙҙың да төп бурыстарының береһе. Бындай акциялар менән беҙ, әбйәлилдәр, күберәк спорт менән шөғөлләнһен һәм һаулыҡтарын күҙәтеп барһын өсөн кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итергә тырышабыҙ. Сара аҙағында бөтә ҡатнашыусылар ҙа яңы ҡаҙаныштарға әҙер һәм тулы көс менән кинәнес алыуҙарын белдерҙе. Барыһына ла матур сарала ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерәм!”- тип яҙған Илдар Нафиҡов үҙенең “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә. Фото: Илдар Нафиҡовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.