Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бүләккә төньяҡ боланы биреләсәк!

Учалы районында Олотау тауы итәгендә йыл да "Олотау йыйыны" тигән турнир үткәрелә. Бөгөн дә унда шундай фестиваль бара. Командалар ҡарҙа мини-футбол уйнап ярыша. Был юлы төп приз - ып-ысын төньяҡ боланы! Бығаса еңеүселәр башҡорт аты алһа, әле ойоштороусылар бына шундай үҙенсәлекле бүләк уйлап тапҡан. "Мин кешеләрҙе ғәжәпләндерергә булдым. Һәр бер турнирҙы юғары кимәлдә үткәрергә тырышабыҙ. Шуға ла беҙҙең 90 ғына кеше йәшәгән ауылды бөтә Рәсәйҙә беләләр", - ти ойоштороусы Линар Ғәлин. Кәрәкле болан Ханты-Манси автономиялы округында табыла, сөнки Башҡортостанда төньяҡ боландары үрсетелмәй. Һатыусы малҡайҙы үҙеУчалы районына килтереп бирә. Уға Олотау тигән ҡушамат та тағалар. Фото һәм видео: https://vk.com/linargalin1