Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ни өсөн Башҡортостанда янғындар күбәйҙе?

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығында ултырыш үткәрҙе. Ирек Хәйривара улы әйтеүенсә, республикала ошо көндәрҙә булған 33 янғында алты кеше һәләк булған. Был ҡурҡыныс хәлдәр 1 һәм 2 ғинуарға тура килә. Янғын 1 ғинуарҙа Туймазы, Благовар, Шишмә райондарында, ә 2 ғинуарҙа Туймазы һәм Асҡын райондарында сыҡҡан. Шуныһы аяныслы: быйыл янғында ҡорбан булып өлгөргәндәр һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә икенсе урынды алды. “Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдары беҙҙең хеҙмәттәр өсөн һәр ваҡыт үтә ҡыҙыу эш осоро булып тора. Былтыр ғинуарҙа республикала бөтәһе 38 кеше янғында үлгәйне, шул иҫәптән ҡышҡы каникулда – 18 кеше. Быйылғы тәүге ике көндә үк алты кешенең һәләк булыуы – бик насар хәл”, – тине вице-премьер. Янғын сәбәптәре элеккесә: ҡайһы бер кешеләрҙең оҙаҡ байрам итеүе һәм контролде юғалтыуы, иҫерек килеш тәмәке тартҡан мәлдә йоҡлап китеү, пиротехниканы ҡулланыу ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу һәм башҡалар. Видеоконференция рәүешендә барған ултырышта Ҡалтасы, Туймазы, Илеш һәм башҡа райондарҙың ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәте етәкселәре үҙ төбәктәрендә үткәрелгән һәм планлаштырылған профилактика эштәре тураһында һөйләне. Автор фотоһы.