Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тау шыуырға барһағыҙ, яҙмабыҙҙы уҡығыҙ

Яңы йыл каникулында кемдер тау шыуырға, икенселәре боҙҙа йөрөргә ярата. Күңелле ял кәйефен боҙмаҫ өсөн түбәндәге тәү ҡарашҡа бик ябай күренгән ҡағиҙәләрҙе үтәү ҙә етә. Тауҙан шыуыу күңелле һәм хәүефһеҙ булһын өсөн ябай ҡағиҙәләрҙе үтәгеҙ һәм улар тураһында балағыҙға ла һөйләгеҙ.1) Тауға баҫҡыстар буйлап ҡына менергә кәрәк. Башҡалар ҡаршыға шыуған урындарҙа тауға менергә ярамай.2) Тауҙан шыуыусының ситкә китеүен көтөгөҙ. Аҙаҡ үҙегеҙ шыуып төшөгөҙ.3) Шыуып төшкәс тә ситкә китегеҙ.4) Боҙҙан йүгереп үтмәгеҙ, тайып йығылырға мөмкин.5) Аяҡ өҫтө тороп та, сүкәйеп тә шыуырға ярамай.6) Арҡағыҙға йәки эсегеҙгә ятып шыуырға тырышмағыҙ, тауҙан төшкәндә лә, тауға күтәрелгәндә лә һәр ваҡыт алға ҡарағыҙ.7) Тау эргәһенән кемдер үтеп барһа - уны үткәрегеҙ, шунан һуң ғына шыуығыҙ.8) Бәрелештән ҡотола алмаҫығыҙҙы һиҙһәгеҙ, ҡабырға менән ҡарға ҡолағыҙ йә боҙ өҫтөнән ситкә тайпылығыҙ.9) Йығылһағыҙ, ҡулдарығыҙҙы үҙегеҙгә, башығыҙҙы күкрәгегеҙгә ҡыҫып, ҡабырғаға ятырға тырышығыҙ.Тауҙан шыуыу һеҙгә шатлыҡ ҡына килтерһен! Фото һәм текст сығанағы: "Үҫәргән ере - Ейәнсура" төркөмөнән.