Илеш районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. Райондың бизнес-шәрифе Тимур Зарипов белдереүенсә, Илеш районының 17 социаль эшҡыуары һәм ойошмаһы араһында «Мастер Дент» клиникаһы бар. Уның юлы 1993 йылдан башлана, нигеҙ һалыусыһы Шамил Миңғәлиев табип-стоматолог булып эшләй башлай. Оҙаҡ ваҡыт үҙенең стоматология клиникаһын асырға хыяллана. -2022 йылда ул үҙ эшен асырға була һәм “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә мөрәжәғәт итә. Беҙ район хакимиәтендә күсемһеҙ милеккә документтарҙы дөрөҫ тултырыу буйынса кәңәштәр бирҙек. Бөтә һөйләшеп килешеү процедураларынан һуң, эшҡыуар буласаҡ стоматология кабинеты өсөн бинаны йүнәтте. Тейешле медицина ҡорамалдарын һатып алыу менән саҡ ҡына ауырыраҡ булды. Был мәсьәлә лә хәл ителде, шул иҫәптән