Яңы йыл алдынан Әбйәлил районының Яҡтыгүл ауылы халҡы оло шатлыҡ кисерҙе. Бында күптән көтөлгән фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа инде. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” проектына ярашлы сафҡа ингән заманса медицина учреждениеһы - районда дүртенсе модулле ФАП. Өр-яңы, йылы һәм уңайлы медпункт өсөн бигерәк тә ололар ҡыуанды. Был яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында кәрәкле йыһаздар, тикшереү һәм процедура-прививка яһау кабинеттары, ҡабул итеүҙе көтөү өсөн урын, шулай уҡ санузел һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн сисенеү бүлмәһе бар. Бина кәрәкле коммуникацияларға тоташтырылған, шулай уҡ электр йылытыу ҡоролмаһы иҫәбенә эҫе һыу менән тәьмин ителгән. Заманса медицина ҡорамалдары, уңайлы мебель, йылы һәм яҡты бүлмәләр фельдшерға уңайлы шарттарҙа эшләргә, ә пациенттарға сифатлы һәм квалификациялы медицина-санитария ярҙамы алырға ярҙам итәсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшер