Найти тему
Башҡортостан гәзите

Матайҙа Һиндостанға киткән...

Бар бит арабыҙҙа шәп йәштәр! Улар буй етмәҫлек кеүек тойолған юғары уңыштарға өлгәшә. Шундай егеттәрҙең береһе - Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылынан Ғәзим Мөхәмәтйәнов. Ул Мәскәү политехник университетын тамамлаған. Студент сағында уҡ электр мотоциклдары, башҡа заманса ҡорамалдар проектын эшләгән. Уның техника өлгөләре Испанияла уҙғарылған ярыштарҙа еңеү яулаған. Алтын ҡуллы, уҡыуҙа алдынғылыҡты бирмәгән Баймаҡ егетенә уҡыу йортонда хеҙмәт урыны тәҡдим иткәндәр, һөҙөмтәлә яҡташыбыҙ үҙе белем алған университетта эшкә ҡалған. Ғәзим уңыш ҡаҙаныуын дауам итә. Мәҫәлән, быйыл яҙ Мәскәү политехник университеты “Веломоторс” (Stels) компанияһы өсөн квадроциклға тест үткәргән. Уны Ғәзимдең командаһы эшләгән. Әйткәндәй, Ғәзим быйыл йәй күптәнге хыялын тормошҡа ашырырға тотонған. Мәскәүҙән матай менән донъя күрергә сәйәхәткә сыҡҡан. Август-сентябрь айҙарында егет Төркиә, Грузия, Әрмәнстан илдәрен үткән. Хәҙер иһә сәйәхәттең икенсе өлөшөндә Иран, Пакистан, Һиндостан илдәренә юл тота. 10-12 мең саҡрымлыҡ юл үтеп, 26 ғинуарҙа Дели ҡалаһына барып етергә ниәтләй яҡташыбыҙ. Сәйәхәтсе үҙенең ҡайҙа булыуын, ниндәй мажараларға осрауы, яңы дуҫтар табыуы хаҡында үҙенең социаль селтәрендәге сәхифәһендә яҙып бара. Фото: Ғәзим Мөхәмәтйәнов

С подпиской рекламы не будет

Подключите Дзен Про за 159 ₽ в месяц