Мандариндан хуш еҫле, тәмле һәм шифалы ҡайнатма яһар өсөн кәрәк: 1 кг мандарин, 1 ҙур әфлисун, 1 кг шәкәр, 1 стакан һыу, 2 сәй ҡалағы онталған имбирь, 1 ҡап ванилин.Мандарин менән әфлисундың тышын әрсеп, киҫәктәргә айырабыҙ. Барыһын да бергә һалып, өҫтөнә бер стакан һыу ҡоябыҙ һәм һыуытҡысҡа ултыртып торабыҙ. 8 сәғәттән һуң һыулы мандариндарҙы әкрен генә утҡа ҡуйып, имбирь өҫтәйбеҙ.Ҡайнап сыҡҡандан һуң ҡатнашманы 1,5 сәғәт бешерәбеҙ. Ваҡыт-ваҡыт болғап алырға онотмайбыҙ. Унан һуң ванилин һәм шәкәр ҡушып, тағы ла 1,5 сәғәт ҡайнатабыҙ һәм ҡайнатма әҙер булғас, банкаларга тултырабыҙ. Тәмле һәм шифалы ҡайнатма ҡыш көнәндә бигерәк тә файҙалы. Фото һәм текст сығанағы: "Йорт. Баҡса" төркөмөнән