Үҙеңде йәмғиәттә тотоу ҡағиҙәләрен белеүең башҡалар менән аралашҡанда ла ярҙам итә. Ихтирамлы һәм йылы һөйләшеү ышаныслы мөнәсәбәт тыуҙырырға юл аса.Ниндәйҙер кабинетҡа барып инһәгеҙ, һаулыҡ һорашырға онотмағыҙ. Ниндәйҙер үтенес менән мөрәжәғәт иткәндә “зинһар”, “рәхмәт “ тигән һүҙҙәрҙе ҡулланыуҙан тартынмағыҙ. Башҡалар һөйләгәндә уларҙы бүлдермәгеҙ. Үҙегеҙҙеке менән тап килмәһә лә, башҡаларҙың фекерен ихтирам итегеҙ. Тупаҫ итеп, кемделер кәмһеткән һүҙ әйтеп ҡуймағыҙ, башҡалар тураһында ғәйбәт һөйләмәгеҙ. Хеҙмәттәштәрегеҙҙең шәхси тормошон тикшермәгеҙ. Ниндәйҙер хаталарығыҙ өсөн ғәфү үтенә белеү ҙә һеҙҙе биҙәй торған сифат, быны башҡара белеү көслө кеше булыуығыҙ тураһында һөйләй. Кем менәндер ҡыҙыҡлы әңгәмә килеп сыҡһын өсөн төрлө яҡлап мәғлүмәтле булыуығыҙ мөһим. Сәйәсәт, музыка, спорт өлкәһендә белемле булһағыҙ, оторһоғоҙ. Тағы ла бер нәмәне хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ. Ҡыҙыҡлы әңгәмәсе булыу өсөн яҡшы итеп тыңлай белеү мөһим. Сөнки кеше тыңлағанға ҡарағанда нығыраҡ һөйләргә ярата. Әңг