Әбйәлил районының Сиҙәм ауылында капиталь ремонттан һуң мәҙәниәт йорто асылды. Ил Президенты Владимир Путин менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә финансланған мәҙәниәт усағында ҡыйыҡ менән фасад ремонтланған, төҙөкләндереү эштәре башҡарылған, бинаның эске һәм тышҡы яғы бөтөнләй икенсе төҫ алған. Сара юғары кимәлдә үтте, сиҙәм күтәреүселәр вариҫтарын шатлыҡлы байрам менән ҡотларға Сибай концерт-театр берекмәһе артистары ла килгән. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Әбйәлил район мәҙәниәт йорто.