Бөгөнгө көндә проектта 767 етештереүсе ҡатнаша, шуларҙың 631-е - аҙыҡ-түлек һәм 136-һы башҡа төрлө тауарҙар етештереүсе. - 28 меңдән ашыу төр продукция «Башҡортостан продукты» билдәһе менән билдәләнә. Проектта ҡатнашыусылар һаны даими артыуы шатландыра. 2023 йылда 120 предприятие проект дипломанты булды, улар араһында республиканың бәләкәй һәм урта ойошмалары, шулай уҡ эре предприятиелары ла бар, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министры Алексей Гусев. Былтыр “Башҡортостан продукты" 10 сауҙа-һатып алыу конференцияһы ойошторҙо, төбәктән ситтә, атап әйткәндә Яр Саллы, Ырымбур, Ташкент ҡалаларында 3 бизнес-миссия, социаль селтәрҙәрҙә проектта ҡатнашыусыларҙың предприятиелары һәм продукцияһы менән 50-нән ашыу презентация үткәрҙе. Дипломанттар 24 күргәҙмәлә һәм йәрминкәлә, шулай уҡ 7 «Сауҙа мәктәбе» белем биреү сараһында ҡатнашты. Реаль ваҡыт режимында 602 етештереүсе 83 федераль һәм төбәк сауҙа селтәрен һатып алыусылар һәм 32 ресторан бизнесы ойошмаһы м
«Башҡортостан продукты» проекты ҡатнашыусылар һанын 800-гә тиклем арттырырға ниәтләй
2 января 20242 янв 2024
3 мин