Тормошобоҙҙоң күп ваҡыты эштә үтә. Хеҙмәттәштәрең менән аралашыуҙың да этикеты бар. Был турала белеү һәммәбеҙгә лә файҙаға булыр. Етәксе менән уның ҡул аҫтында эшлгән кеше иң беренсе булып һаулыҡ һорашырға тейеш. Ләкин киреһенсә лә булыуы мөмкин, әгәр бер нисә хеҙмәткәр ултырған бүлмәгә етәксе үҙе килеп инһә. Эштә телефонығыҙҙы вибротауышҡа күсереп ҡуйыу яҡшы, шул осраҡта башҡа хеҙмәттәштәрегеҙгә телефон тауышы ҡамасауламаҫ. Эштә кейенеүҙең дә үҙ тәртибе бар. Был йәһәттән матур күренергә генә түгел, ул кейемдә уңайлы ла булырға тейеш. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн эшлекле костюм – жакет - юбка, жакет - салбар стилле күренәсәк. Уның төҫөнөң сағыу булмауы мөһим. Шулай уҡ классик күлдәктәр ҙә килешәсәк. Ләкин түш тирәһендә тәрән уйымлыһын һайламағыҙ. Сумканы гардеробығыҙға ҡарап йөрөтөгөҙ, сифатлы сумка ла уңышлы хеҙмәткәр булыу билдәһе. Биҙәүестәр тағаһығыҙ икән, эшкә күҙгә ташланып бармағанды һайлағыҙ. Ҡиммәтле металдарҙан һәм таштарҙан ювелир әйберҙәрҙе көндөҙ таҡмауҙарын да хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ. Үтә күренмәле блузкалар, тәрән уйымлы күлдәктәр, джинсы салбарҙар, асыҡ сандалиҙар, кроссовкалар – былар эшкә кейә торған кейем түгел. Офис өсөн кейем бик күңелһеҙ, һоро һымаҡ күренмәһен. Килешеп торған сифатлы кейем һеҙгә уңайлы ла, матур ҙа булыр. Автор фотоһы.