Найти тему
Башҡортостан гәзите

2024 йыл Рәсәй өсөн ниндәй булып килер?

Билдәле Бүрәт шаманы Артур Цыбиков 2024 йылда илебеҙҙе нимә көтөүе тураһында һөйләгән. Баҡһаң, Рәсәйҙә яңы йылда йәйен һәм көҙөн тыуым артасаҡ. Бында 2014 йылдағы хәл ҡабатланасаҡ: унда ла илдә бәпестәр күберәк тыуған. Әйткәндәй, шамандың был һүҙҙәрен психологтар ҙа ҡеүәтләй. Психолог-социолог София Манукян әйтеүенсә, быға бер нисә сәбәп бар. Беренсенән, һәр бер ун йыл һайын цикл яңыра. Икенсенән, махсус хәрби операция бара һәм был осорҙа ирҙәр әүҙемлек күрһәтә, улар нәҫелен дауам итергә теләй. Ә өсөнсөнән, смартфон һәм интернет заманында тыуған быуын үҫеп еткән һәм ғаилә булдырыу идеяһы менән яна башлаған. Шулай уҡ балаларҙың күп итеп тыуыуына аждаһа ла тәьҫир итә икән. Шаман һүҙҙәренсә, йылдың тәүге яртыһы “карма”ны таҙартыу ваҡыты буласаҡ. Тимәк һәр кем 2021 йылдан алып туплаған гонаһтарын бөтөрөү өҫтөндә эшләйәсәк. Ә ҡалған 183 көн беҙҙе ниндәй киләсәк көткәнен күрһәтәсәк. Артур Цыбиков әйтеүенсә, быйыл пандемиялар, өйҙә ултырыуҙар булмаясаҡ, һәр хәлдә Рәсәйҙә улар юҡ. Илебеҙҙе тик ыңғай яңылыҡтар көтә: тыуымдан тыш импорт та артасаҡ. Рәсәй етештереү буйынса лидер позицияларын яулаясаҡ һәм тик алға барасаҡ. Бындай күҙаллауҙар беҙгә оҡшай! Һеҙгә нисек? Ышанырғамы, юҡмы - һәр кемдең шәхси эше. Һәр хәлдә яңы йылды яҡшыға юрайыҡ! Фото: видеонан скрин-шот.