Оҙайлы ялдарҙа кешеләр туғандарына барырға, сәйәхәт итергә күнеккән. Тик бына яңы йылдың тәүге көндәрендәге һауа торошо бер ҙә ҡыуандырмай бит әле. Йә ныҡ итеп ҡар яуа, ҡайҙалыр ямғыр шаптырлай. Юлдарҙа буран һәм көслө ел. Алдағы көндәрҙә ниндәй һауа торошо көтә беҙҙе? Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан иҫкәртеүҙәренсә, бөгөн 2 ғинуарҙа ҡар яуыуы көтөлә. Көнсығышта ҡар күберәк буласаҡ, урыны менән республика буйынса буран сыға. Төндә ел төньяҡ-көнбайыштан көслө итеп иҫә, урыны менән уның тиҙлеге секундына 17 метрға тиклем барып етә. Температура төндә -20, -25 градус, көньяҡта -15 градус, көндөҙ -16, -21, көньяҡта -11-гә тиклем һалҡын. Юлдарҙа боҙлауыҡ, урыны менән ҡар һырынтылары ята. Ҡар яуғанда күренеү мөмкинлеге насарлана, буран ваҡытында ни бары 500 метр тәшкил итәсәк. 3 ғинуарҙа урыны менән көслө ҡар яуа, айырым райондарҙа буран сыға. Һауа температураһы төндә -14, -19, көндөҙ -2, -7 (урыны менән -15 градусҡа тиклем) һалҡын. Дөйөм алғанда, юл хеҙмәттәре мөмкин булһа, өйҙә ҡалығыҙ, алыҫ юлға сыҡмағыҙ тип иҫкәртә. Насар һауа шарттары аварияға килтереп, байрам кәйефен бөтөрмәһен ине. Автор фотоһы.