Борай ауылында “Мәҙәниәт” милли проект буйынса (национальный проект “Культура”) район китапханаһы ремонтланды. Был хаҡта район хакимиәте хәбәр итә. Был учреждениела беренсе һәм икенсе ҡаттарҙағы ағас иҙәндәр плиткаға алмаштырылған, яңы электр кабелдәре һуҙылған, аҫылмалы түшәм эшләнгән. Шулай уҡ белгестәр стеналарҙы буяған, бинаның тышҡы йөҙө яңыртылған. Китапханала ялды уңайлы итеп уҙғарыу өсөн зоналар булдырылған. Был маҡсатҡа 5,2 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. - Китап һөйөүселәр өсөн яңыртылған китапхананың икенсе йортҡа әүерелеренә ышанабыҙ. Кешелер “өй-эш, эш-өй" маршруты менән генә сикләнмәһен ине. Үҙеңде үҫтереүгә мөмкинлектәр булғанда ғына кеше ысын мәғәнәһендә бәхетле була ала, - тине Борай районы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы Илгиз Харисов. “Мәҙәниәт” милли проектының маҡсаты – мәҙәниәт ҡиммәттәрен булдырыуҙа ҡатнашыу мөмкинлеген арттырыу. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла. Фото: Борай районы хакимиәте.