Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ямаштарҙы ҡотларға Ҡыш бабай үҙе килде

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Балаҡатай районының Ямаш ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты ишектәрен асты. Медицина учреждениеһы район үҙәгенән 45 километрҙа урынлашҡан. Ул 789 кешене хеҙмәтләндерәсәк. ФАП-та диспансерлаштырыу үтергә, прививка яһатырға, иҫкәртеү сараларын алырға бөтә мөмкинлектәр бар. Шулай уҡ дарыу препараттарына льготалы рецептар алырға мөмкин. Бина заманса медицина ҡорамалдары, йыһаздар менән тәьмин ителгән. Һыу, йылылыҡ, канализация системалары эшләй. Ямаштарҙың көтөп алған шатлығын уртаҡлашып, Яңы йылда уларға һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙ

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Балаҡатай районының Ямаш ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты ишектәрен асты. Медицина учреждениеһы район үҙәгенән 45 километрҙа урынлашҡан. Ул 789 кешене хеҙмәтләндерәсәк. ФАП-та диспансерлаштырыу үтергә, прививка яһатырға, иҫкәртеү сараларын алырға бөтә мөмкинлектәр бар. Шулай уҡ дарыу препараттарына льготалы рецептар алырға мөмкин. Бина заманса медицина ҡорамалдары, йыһаздар менән тәьмин ителгән. Һыу, йылылыҡ, канализация системалары эшләй. Ямаштарҙың көтөп алған шатлығын уртаҡлашып, Яңы йылда уларға һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.