Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ағзалары Луганск Халыҡ Республикаһы табиптары балаларына 500 бүләк оҙатты. Яңы йыл сюрприздарын төрлө йәштәге балалар алып шатланды. Бындай акция йыл һайын уҙғарыла. Красный Лучта һигеҙ медицина ойошмаһында 1800-ҙән ашыу профсоюз ағзаһы бар. Табиптар тәмле-татлы бүләктәрҙең байрам мөхите тыуҙырыуына, шатлыҡлы хис- тойғолар уятыуына ышана. Кескәйҙәрҙең мөғжизәле әкиәткә ышаныуы һис тә насар түгел. –Беҙ татлы бүләктәрҙең байрам осоронда балаларға барып етеүе өсөн тырыштыҡ. Был профсоюздың хеҙмәттәштәренә тәүге ярҙамы түгел. Был юлы тыныс тормоштоң ябай ғына шатлыҡтары менән кескәйҙәрҙең күңелен күрергә теләнек, – тине республика профсоюзы рәйесе Рауль Хәлфин. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.. .